
Сообщение от
Kolos
Йыл башынан илебеҙҙә приоритетлы “Мәғариф” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп йүнәлештәре - инновацион программаларҙы әүҙем үҙләштергән мәғариф учреждениеларына стимул биреү, мәктәптәрҙе интернет селтәренә тоташтырыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, хәрби саҡырылыш буйынса бурыстарын үтәгән хәрбиҙәргә башланғыс профессиональ белем биреүҙең мөмкинлектәрен киңәйтеү, милли университеттар һәм бизнес-мәктәптәр селтәрен формалаштырыу, класс етәкселеге өсөн өҫтәлмә түләү, ауыл мәктәптәрен автобустар, уҡыу һәм лаборатор ҡоролмалар менән тәьмин итеү, иң яҡшы уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеү. Проект зыялылар араһында байтаҡ яңы фекер тыуҙырҙы, бәхәстәргә юл асты. Райондарҙа проект нисек тормошҡа ашырыла?